"Иләү" – бала саҡ иленең әкиәткә, мөғжизәгә бай сағыу тауышлы юлдашы. Радио тулҡындарында уны, кескәйҙәрҙән тыш, һәр кис атай-әсәйҙәр ҙә, өләсәй-олатайҙар ҙа көтөп ала. Тәүге тапшырыу 1989 йылдың 1 июнендә балаларҙы яҡлау көнөндә эфирға сыға.